Өфөлә һәм Салауатта амбулатор онкологик ярҙам үҙәктәре асылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Үҙәктә онколог, проктолог, гастроэнтеролог, компьютер томографияһы, УЗИ кабинеттары бар. Улар диагностикалау өсөн кәрәк булған бар ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Хәҙер Башҡортостанда ун амбулатор онкологик үҙәк бар. Улар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә булдырыла, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Өфөлә үҙәк 32-се поликлиникала асылған. Шулай уҡ бында 15 урынлыҡ көндөҙгө стационар эшләй, унда ауырыуҙарға химиотерапевтик һәм гормональ дауалау үткәрелә.
Салауат ҡалаһындағы үҙәк көнөнә 50 пациентты ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә, был – йылына 11 мең кеше дауалана ала, тигән һүҙ.
Фото – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.