Статистика хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда былтыр 2019 йыл менән сағыштырғанда үлем осраҡтары 1,2 тапҡырға артҡан.
Йыл ағымында 59 844 кеше баҡыйлыҡҡа күскән, ә 2019 йылда 49 195 кешене юғалтҡан булғанбыҙ. Айырма – 10 649. Декаберҙә генә арабыҙҙан 6 275 кеше киткән, был 2019 йылдың ул осоро менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға күберәк.
Күңелһеҙ статистика тыуымға ла ҡағыла. 2020 йылдың 12 айында 41 180 сабый донъяға килгән, ә унан алдағы йылда был күрһәткес 42 031 булған.
Тыуым менән үлем араһында айырма китеүселәр “файҙаһына” – 18 664 кеше. Йәғни республикала халыҡ һанының тәбиғи кәмеүе күҙәтелә.