-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2021, 22:12

Аяуһыҙ сир еңелер көн дә етер

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 12 февралгә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 26 214-кә еткән. Тәүлек эсендә инфекция 160 кешелә раҫланған.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 12 февралгә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 26 214-кә еткән. Тәүлек эсендә инфекция 160 кешелә раҫланған.
Республика стационарҙарында әле 298 ауырыу коронавирусҡа ҡаршы дауа ала. 37 сырхау ауыр хәлдә, алтауһы – яһалма һулыш аппаратында. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 5 682.
Аҙаҡҡы тәүлектә 136 кеше, зәһәр вирусты еңеп, дауахананан сыҡҡан. Инфекция тарала башлаған мәлдән 20 014 яҡташыбыҙ һауығыуға өлгәшкән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән тәүлектә коронавирус арҡаһында өҙлөгөүҙәрҙән тағы өс ауырыу вафат булған. Афәт алып киткән ғүмерҙәр 220 булып китте...
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы пневмонияға ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе лә хәбәр итә: үткән тәүлектә үпкә ялҡынһыныуы 193 сырхауҙа асыҡланған, 108-е унан сәләмәтләнгән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: