+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2021, 11:25

Ғалим аҡсаны ни өсөн ала?

Фән һәм мәғариф буйынса Совет ултырышында Рәсәй фәндәр академияһының Себер бүлексәһе ғалимы Проскурина ни бары 25 мең һум эш хаҡы алыуы тураһында Президент Владимир Путинға ялыу менән мөрәжәғәт итте, тип яҙғайныҡ.

Академияға ҡараған Цитология һәм генетика институты (Проскурина шунда эшләй икән) директоры Алексей Кочетов белдереүенсә, ғалимдарҙың эш хаҡы Президенттың “май указадары”на тап килә икән. Ул, баҡһаң, вазифа окладынан (24347 һум), дәртләндереү сараларынан (6000 һум) һәм гранттар, килешеүҙәр, маҡсатлы субсидиялар өсөн килгән аҡсаның тейешле өлөшөн түләүҙән тора. Йәғни ҡулға алған хеҙмәт хаҡының төп өлөшө ғалимдең булдыҡлылығы, һөҙөмтәле эшләгәне, асыштары өсөн түләнә килеп сыға. Йәғни һәр ваҡыттағыса, ялыу нигеҙһеҙ, ғәйеп кешенең үҙендә, тигән һығымта эшләнә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: