+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2021, 20:06

Вирус һаман яһиллығын сәсә

Коронавирус, сигенә башлағандай күренһә лә, һаман яһиллығын сәсә: тәүлек эсендә йәнә өс ауырыуҙың ғүмерен өҙгән.

Коронавирус, сигенә башлағандай күренһә лә, һаман яһиллығын сәсә: тәүлек эсендә йәнә өс ауырыуҙың ғүмерен өҙгән. Пандемия башланғандан бирле унан 217 яҡташыбыҙ вафат булды.
11 февралгә ҡарата республикала ковид инфекцияһын йоҡтороусылар барлығы 26 054 иҫәпләнә. Аҙаҡҡы тәүлектә 160 яңы ауырыу өҫтәлгән.
Бөгөнгө көндә дауаханала коронавирусҡа ҡаршы көрәшеүселәр – 326. 39 сырхауҙың хәле ауыр, етәүһе яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. Сирҙе еңел үткәреүсе 5 633 кеше өйөндә дауалана.
Кисәле-бөгөнлө инфекциянан һауыҡҡан 158 кеше дауахананан сыҡҡан. Сәләмәтләнеүселәрҙең дөйөм һаны – 19 878.
Үткән тәүлектә үпкә ялҡынһыныуы 207 ауырыуҙа асыҡланған, 119 кеше, был сирҙән ҡотолоп, стационарҙан ҡайтҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: