+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2021, 17:54

Усть-Әйәҙгә автобус йөрөйәсәк

Дыуан районының Усть-Әйәҙ ауылы халҡы, Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө булған “Инцидент-менеджмент” системаһына мөрәжәғәт итеп, үҙҙәрен борсоған мәсьәләне хәл иткән.

Дыуан районының Усть-Әйәҙ ауылы халҡы, Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө булған “Инцидент-менеджмент” системаһына мөрәжәғәт итеп, үҙҙәрен борсоған мәсьәләне хәл иткән.
Дыуан районынан Дарья Сисәнбаева социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткән. Күп балалы әсәй Усть-Әйәҙ ауылында йәшәй.
“Беҙ район үҙәгенән 120 саҡрым алыҫта йәшәйбеҙ. Балалар менән поликлиникаға, эш буйынса кәңәшмәләргә даими барырға тура килә. Ауылға автобус йөрөмәй. Машинам юҡ. Ауылыбыҙҙа йәшәгән күптәр ошо хәлдә. Мәсәғүт – Заимка маршруты берәй ҡасан асылырмы икән?”, – тип яҙа ул.
Дыуан районы хакимиәте был эште хәл иткән. 9 февралдән Мәсәғүт – Заимка автобус рейсы ебәрелгән. “Иртәнге 7-лә Мәтәүле ауылынан “Мерседес” маркалы автобус Мәсәғүткә сыға. Кире яҡҡа Мәсәғүт автовокзалынан 16.00 сәғәттә ҡуҙғала. Халыҡ автобус менән әүҙем ҡулланыр, тип өмөт итәбеҙ”, – тип яуап бирә район хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: