+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2021, 20:39

Саңғы байрамында 120 мең кеше ҡатнашыр тип көтөлә

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостандың 63 муниципаль берәмегендә үтәсәк "Рәсәй саңғыһы-2021" ярышы һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылында үткәрелгән тәүге ҙур сара буласаҡ. Бөгөн "Башинформ" агентлығында ҡышҡы байрамға арналған матбуғат конференцияһы үтте.

Республиканың йәштәр һәм спорт министры Руслан Хәбибов әйтеүенсә, унда 120 мең кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк.
-Ярыш 13 февралдә старт ала. Республика уға әҙер. Өфөлә төп саралар 7 майҙанда ойоштороласаҡ. Ҡала мэры Сергей Греков менән беҙ "Биатлон" спорт комлексында буласаҡбыҙ.
Республика хөкүмәтенең ҡушыуы буйынса саңғы байрамына олимпия чемпиондарын, халыҡ-ара ярыштар призерҙарын һәм билдәле спортсыларҙы йәлеп итеү ҡушылған.
Илдең ҡышҡы спорт сараһында ҡатнашып, шәхси номер һәм саңғысы башлығын алыу бәхетенә һәр кем ирешә ала. Иң мөһиме ярыштарға яраҡлылыҡ справкаһы кәрәк буласаҡ. Бөтә төркөмдәр өсөн дистанция - 3 километр, ә спортсылар һәм саңғы һөйөүселәр өсөн ул 5 километр арауыҡ буласаҡ.
"Рәсәй саңғыһы-2021" ярышының еңеүселәренә миҙал, дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла. Иң йәш һәм тәжрибәле саңғысылар ҙа билдәләнәсәк.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: