+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2021, 17:55

Матур һандар магияһы

12.02.2021 – ғәжәп симметрия. Ул иртәгә йомаға тап килә.

12.02.2021 – ғәжәп симметрия. Ул иртәгә йомаға тап килә.
Ошо матур датаға тап килгән көндә, 12 февралдә, Башҡортостанда 209 йәш пар никахтарын ғәмәлләштерергә ҡарар ҡылған. Был турала Юстиция эштәре буйынса республика дәүләт комитеты хәбәр итә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 29 ғинуарҙа коронавирус сикләүҙәрен йомшартыу тураһында көсөнә ингән ҡарарға ярашлы, Башҡортостанда никах теркәүҙе тантаналы шарттарҙа үткәреү рөхсәт ителде. Хәҙер тантанаға 10 ҡунаҡ саҡырырға мөмкин. Быға тиклем улар 5-тән артмаҫҡа тейеш ине. Ләкин граждандарға социаль дистанцияны һаҡларға һәм битлек кейергә кәрәк.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: