+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2021, 13:46

Иң ҙур ҡышҡы спорт сараһы

Башҡортостан XXXIХ “Рәсәй саңғыһы” Бөтә Рәсәй күмәк саңғы ярышына әҙерләнә. #национальныепроекты #нацпроекты #миллипроект #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан XXXIХ “Рәсәй саңғыһы” Бөтә Рәсәй күмәк саңғы ярышына әҙерләнә.
#национальныепроекты #нацпроекты #миллипроект #нацпроектыБашкортостан
13 февралдә үтәсәк сарала республиканың бөтә район һәм ҡалалары ла ҡатнашасаҡ. Үҙәк старттар иһә Өфөлә ошо асыҡ спорт майҙандарында ойоштороласаҡ:
Дим районында – “Баланово” старт ҡаласығында, 12.00 сәғәттә;
Калинин районында – Н.Гастелло исемендәге стадионда, 11.00 сәғәттә;
Киров районында – Локотки ауылында, 12.00 сәғәттә;
Ленин районында – “Водник” стадионында, 12.00 сәғәттә;
Октябрь районында – М.Ғафури исемендәге ял паркында, 12.00 сәғәттә;
Орджоникидзе районында – “Биатлон” спорт комплексында, 15.00 сәғәттә;
Совет районында – Урмансылар паркында, 12.00 сәғәттә.
Ярышта ҡатнашыусылар өс саҡрым дистанция үтә, спорт мәктәптәре спортсылары һәм саңғысылар биш саҡрым үтә ала.
Сара “Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
“Рәсәй саңғыһы” 1982 йылдан үткәрелә һәм ҡатнашыусылар һаны, географияһы буйынса иң ҙур ҡышҡы спорт сараһы булып тора. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда быйыл 120 мең кеше ҡатнашыуы көтөлә.
Фото – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: