10 февралдә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Кәңәшмәне Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Алексей Оверчук алып барҙы. Унда шулай уҡ Федерация Советы, башҡарма властың федераль һәм төбәк органдары вәкилдәре ҡатнашты.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: 2020 йылдың 30 ноябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин 2024 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә нигеҙ һалыныуҙың 450 йыллығын байрам итеү хаҡындағы ҡарарға ҡул ҡуйғайны. Был мөһим ваҡиғаға әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты рәйесе бурыстары Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Алексей Оверчукҡа йөкмәтелде.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ойоштороу комитеты составын булдырыу хаҡындағы мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Төп саралар планы проектына айырым иғтибар бирелде. Уға Өфөнөң 2024 йылға тиклемге үҫеш программаһы проекты инә. Программа Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының “Мәҙәниәт иҡтисады, ҡала үҫеше һәм креатив индустрияларҙы тикшереү үҙәге” уҡыу-ғилми лабораторияһы һәм Мәскәү урбанистика үҙәге менән берлектә эшләнгән. Ул йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү, яңы социаль объекттар төҙөү, Ағиҙел яры буйын күркәмләү, яңы һәйкәлдәр ҡуйыу һәм ҡала халҡын йәлеп итерлек урындарҙың маршрутын эшләүҙе күҙҙә тота.
Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса төп саралар планы проектын ойоштороу комитетының беренсе ултырышында раҫларға ниәтләйҙәр.
Фото РФ Хөкүмәте сайтынан алынды.