+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2021, 11:35

Эшһеҙҙәр һаны күберәк

Башҡортостанда 46,3 мең вакант эш урынына 96 мең эшһеҙ дәғүә итә.

Башҡортостанда 46,3 мең вакант эш урынына 96 мең эшһеҙ дәғүә итә.
Шуны ла билдәләргә кәрәк: теркәлгән эшһеҙҙәр һаны яйлап кәмей. Мәшғүллек үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың сентябрендә республикала 129 мең кеше хеҙмәт биржаһында торған. Тажлы вирус пандемияһына бәйле эшһеҙлек ҡырҡа – 7 тапҡырға (2020 йылдың 1 ғинуарында 18,3 мең кеше теркәлгән була) – күтәрелә.
Хеҙмәт баҙарының яйлап үҙ яйына ҡайтыуына махсус республика программалары ла булышлыҡ итә. Әле бушлай яңы һөнәргә уҡытыу, уҡыу йортарынан һөнәр алып сыҡҡан йәштәргә һәм инвалидтарға стажировкалар үткәреү һәм башҡа саралар ыңғай һөҙөмтә бирә. Йыл башынан 6,3 мең кеше эш тапҡан.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: