+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2021, 11:10

Электрон хеҙмәтләндереү өҫтөнлөк ала

Рәсәйҙә 2030 йылға социаль әһәмиәттәге хеҙмәттәрҙең 95 проценттан дә кәм булмаған өлөшө электрон төрҙә күрһәтелергә тейеш.

Рәсәйҙә 2030 йылға социаль әһәмиәттәге хеҙмәттәрҙең 95 проценттан дә кәм булмаған өлөшө электрон төрҙә күрһәтелергә тейеш.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов видеоконференция форматында федераль власть органдарының территориаль идаралыҡтары етәкселәре, республиканың башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдар ҡатнашлығында үткәргән кәңәшмәлә һүҙ ошо бурысты тормошҡа ашырыу тураһында барҙы. Дәүләт хеҙмәттәренең һанлы трансформацияһы мәсьәләләре, “Минең документтарым” үҙәктәре эшмәкәрлеген ҡулайлаштырыу мәсьәләләре тикшерелде.
Коронавирус пандемияһына бәйле, 2019 йыл менән сағыштырғанда, күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең дөйөм һаны бер ни тиклем кәмегән. Граждандар башлыса социаль ярҙам алыу өсөн мөрәжәғәт иткән. Әле электрон төрҙә хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн һанлы яңы платформа ғәмәлгә индерелә.
Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысындағы яңы социаль ярҙам төрҙәрен күрһәтеү эше лә оператив рәүештә ойошторолған. Әйтәйек, Күп функциялы үҙәктәрҙә хәҙер транспорт сараһын теркәргә лә мөмкин. Артабан да хеҙмәттәр исемлеген арттырыу дауам итәсәк.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: