+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2021, 22:18

Башҡорт телен өйрәнеүселәргә онлайн дәрестәр

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт телен популярлаштырыу, республиканы сит төбәктәрҙә һәм илдәрҙә танытыу маҡсатын тотҡан проект өҫтөндә эшләй башланы. Ул Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

Башҡорт телен өйрәнеү буйынса онлайн дәрестәр хаҡында БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусыһы Раушания Солтаҡаева һөйләп уҙҙы.
- Уҡыу йорто башҡорт телен өйрәнеүселәр өсөн туған телебеҙҙә дәрестәр үткәрә башланы. Уның программаһында Башҡортостан мәҙәниәте тарихы, сәнғәте, тел хаҡында бай һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелә. Дәрестәр һәр кесаҙна Өфө ваҡыты менән көндөҙгө 12-лә онлайн форматта зум аша үткәрелә. Уның яҙма вариантын "Беҙ башҡорттар" халыҡ-ара интернет платформаһында табырға мөмкин.
Дәрестәрҙе тел белгестәре, ғалимдар алып бара. Әлегә тиклем унда Ҡаҙағстан, Австралия, Төркиә һәм Төркмәнстанда йәшәүселәр ҡатнашҡан.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: