+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2021, 22:50

Башҡорт теленән имтихандарҙың норматив базаһы яңыртылды

Башҡортостанда теләге булған уҡыусылар элеккесә башҡорт теленән берҙәм төбәк имтихандарын тапшыра аласаҡ. Республиканың фән һәм мәғариф министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, башҡорт теле буйынса берҙәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү өсөн норматив база яңыртылды.

Сөнки ошоға тиклем булған норматив база ғәмәлдән сыҡҡан. Билдәле булыуынса, башҡорт теле буйынса имтихан берҙәм төбәк имтиханы формаһында 2009 йылдан алып үткәрелеп килә.
Туған телдәге һынауҙарҙы уҡыусылар ирекле рәүештә һайлап ала. Норматив базаның яңыртылыуын иҫәпкә алмағанда, имтихандарҙа үҙгәрештәр юҡ.
Имтиханды үткәреү тәртибен һәм сығымдарҙы Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығы раҫлаясаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: