+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2021, 11:22

Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова вазифаһын ҡалдыра

Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова вазифаһынан китә. Был турала ул Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына 10 февралдә профиль комитеты ултырышындағы сығышында хәбәр итте.

Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова вазифаһынан китә. Был турала ул Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына 10 февралдә профиль комитеты ултырышындағы сығышында хәбәр итте. Уның контракт ваҡыты 25 мартта тамамлана икән.
Милана Скоробогатова Башҡортостанда балалар омбудсмены итеп 2011 йылда тәғәйенләнгәйне. Быға тиклем ул Өфө хакимиәтенең опека һәм попечителлек буйынса идаралығы етәксеһе булып эшләне.
2020 йылдың декабрендә республика Башлығы Радий Хәбировтың Милана Скоробогатованы Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил итеп тәғәйенләргә тәҡдим итеүе билдәле булды. Милана Скоробогатованың кандидатураһы әлеге мәлдә Мәскәүҙә килешеү үтә, был мәсьәлә буйынса ҡарар ҡабул ителмәгән әле, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: