+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2021, 20:42

Уран ырыуы вәкилдәре осраша

Яңауыл районында Уран ырыуы вәкилдәре йыйыла. Сара балалар, үҫмерҙәр, йәштәр өсөн әҙерләнгән сараларҙан башланасаҡ.

Яңауыл районында Уран ырыуы вәкилдәре йыйыла. Сара балалар, үҫмерҙәр, йәштәр өсөн әҙерләнгән сараларҙан башланасаҡ.
Райондың Яңы Артауыл ауылында “Аҡбуҙат” журналы менән танышыу буласаҡ, шулай уҡ төньяҡ-көнбайыш диалектында “Шумер” йәнһүрәте күрһәтелә.
Һуңынан Яңыуыл мәҙәниәт йортонда башҡорт телендә “Нурбостан” анимация сериалының исем туйы, Тамыр телеканалы ойошторған фотосессияла ҡатнашырға мөмкин.
Барлыҡ саралар 12 февралдә иртәнге сәғәттәрҙә үк Яңыуыл мәҙәни-ял үҙәгендә башлана. Унда төрлө күргәҙмәләр ойошторола, Уран ырыуы тураһында театрлаштырылған тамаша күрһәтеләсәк.
Уран ырыуы Яңауыл районы төньяҡ-көнбайышның яртыһында урынлашҡан. Ошо ырыуға ҡараған ауылдарҙан 77 делегат саҡырылған. Улар совет һайлаясаҡ, ырыу гербын һәм гимнын ҡабул итәсәк.
Сарала Өфөнән килгән ҡунаҡтар, ғалимдарҙан тыш, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары вәкиле, танылған сатирик Марсель Сәлимов, Уран ырыуы вәкиле, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнәүи Сәлихов сығыш яһаясаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: