Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаров Стәрлетамаҡта клиник-диагностик йоғошло ауырыуҙар үҙәген төҙөү проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыусыларға дәүләт бүләктәре тапшырҙы.
– Яңы госпиталь ҡалала медицинаны көсәйтеп кенә ҡалманы, ул, дөйөм алғанда, республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау системаһын яңы кимәлгә күтәрҙе, – тине Андрей Назаров. – Шуға күрә яңы медицина үҙәген төҙөүҙә ҡатнашыусыларҙың хеҙмәте ул – киләсәктә ҡотҡарыласаҡ меңдәрсә ғүмерҙәр, республика халҡының һаулығы һәм беҙҙең сәләмәт киләсәк тә.
Премьер-министр Стәрлетамаҡтағы үҙәктең заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылыуын билдәләне. Ул өс ҡала һәм яҡындағы һигеҙ район халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Ә санитар авиация өсөн вертолет майҙансығы иң ауыр осраҡтарҙа ауырыуҙарҙы тиҙ арала алып барып еткереү мөмкинлеген бирәсәк.
Республика клиник йоғошло сирҙәр үҙәгенең Стәрлетамаҡ филиалы 74 айырым боксты үҙ эсенә ала, ул 350 ауырыуҙы һыйҙырырға мөмкин. Ғәҙәти бокстарҙан һәм реанимация палаталарынан тыш, бында бала тыуҙырыу һәм балалар бүлектәре, хирургия блогы, бак-лаборатория, томография бүлеге, шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн 30 урынлыҡ уңайлы дөйөм ятаҡ бар. Дауахана 50 көндә төҙөлдө.