Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “КАМАЗ” акционер йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин менән осрашты.
Был гигант автомобиль заводының бүлендек предприятиелары Нефтекамала һәм Туймазыла урынлашҡан. Һөйләшеү барышында уларҙы үҫтереү, шулай уҡ республикала үҙ бушатҡыс машиналар, троллейбустар, тағылма ҡорамалдар сығарыу проектын тикшерҙеләр, тип әйтелә төбәк етәксеһе сайтында.
- Беҙҙең республика өсөн «КАМАЗ» - стратегик партнер. Нефтекамалағы һәм Туймазылағы заводтар машина төҙөү тармағының урындағы флагманы булып тора. Улар, пандемияға ҡарамай, 2020 йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамланы, - тип белдерә Радий Фәрит улы.
2020 йылда «КАМАЗ» килемен 27 млрд һумға еткергән. 2018 йыл менән сағыштырғанда был ике тапҡырға юғары. Коллективта 5784 кеше эшләй.
Туймазы автобетон ташығыс эшләү заводында 636 хеҙмәткәр иҫәпләнә. 2020 йылда унда 1,8 млрд һумлыҡ продукция етештерелгән.