Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашты. Яҡтар араһындағы һөйләшеүҙә Бөтә Рәсәй кимәлендәге мәҙәни объекттарға ярҙам алыу мәсьәләләре, республиканың мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштары хаҡында ла һүҙ булды.
Радий Хәбиров был турала үҙенең сәхифәһенә лә яҙа.
- Өфө ҡәлғәһенең юбилейына әҙерлектең төп йүнәлештәренең береһе - мәҙәни объекттарҙы тәртипкә килтереү. Тәү сиратта 2017 йылда ябылған Дәүләт циркының бинаһы тора. Унан һуң - бай традициялары булған ҡурсаҡ театры. Был сәнғәт ҡорамында актерҙар өсөн грим, кейенеү бүлмәләре, буфет юҡ. Һис һүҙһеҙ, унда балалар студиялары ла эшләргә тейеш. Театрға заманса төкәтмә талап ителә.
Рус дәүләт драма театры бинаһындағы ут һәм тауыш акустикаһы 1982 йылдан алып яңыртылмаған. Театрҙың сәхнәһе һәм залы 20 йыллап ремонт төҫө күрмәгән.
Бынан тыш беҙгә заманса китапханалар кәрәк. Рәсәй мәҙәниәт министры Ольга Борисовна был проблемаларҙың барыһын да аңлай һәм беҙ бергә уны хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ, ти Радий Фәрит улы.