Бөрйән районының Һарғая ауылы янындағы Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында “Урал батырҙың ҡышҡы уйындары” үтәсәк. Был сара үҙ эсенә этноспорт йүнәлешен алған.
Уйындарҙа хәҙер киң тарала барған традицион уҡ атыу турниры, “Бәйге” ярышы, “Ылаҡ” уйыны, көрәш, таяҡ тартыш һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар көтөлә.
Күскенселәр тормошон алып барған ата-бабаларыбыҙҙың бер өлөшө булыу, башҡорт халҡының электән килгән милли уйындарында ҡатнашыу атмосфераһына сумыу бер кемде лә битараф итмәйәсәк, ти ойоштороусылар.
“Урал батырҙың ҡышҡы уйындары” ярышы быйыл дүртенсе тапҡыр үткәрелә һәм унда ҡатнашыусылар һаны йылдан-йылы арта бара. Быйыл да туристар һәм тамашасылар өсөн инеү бушлай буласаҡ.