Баш ҡаланың Ленин районында урынлашҡан йорттарҙың береһендә башланған үҙ-ара ыҙғыш фажиғәле тамамлана. Ҡатыны менән талашып киткән бер ир уға бысаҡ менән һелтәнә һәм эсен яралай. Быны күргән 13 йәшлек малай әсәһен яҡлашырга тырыша, ләкин баланың да ҡулы яралана. Зыян күреүселәрҙе дауаханаға оҙаталар, уларҙың ғүмерҙәренә башҡа бер ни янамай.