+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2021, 18:27

Афәт тағы дүрт ғүмерҙе алып китте...

Коронавирус афәте тағы ла дүрт яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙгән. СOVID-19-ҙан донъя ҡуйыусылар республикала 214-кә етте, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Коронавирус афәте тағы ла дүрт яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙгән. СOVID-19-ҙан донъя ҡуйыусылар республикала 214-кә етте, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Яңы мәғлүмәттәр буйынса, 10 февралгә ҡарата төбәгебеҙҙә мәкерле вирусты йоҡтороусылар 25 894 иҫәпләнә. Тәүлек эсендә ауырыуҙар 163-кә артҡан. Инфекциянан барлығы 19 720 сәләмәтләнгән, 165-е – аҙаҡҡы тәүлектә.
Стационарҙарҙа әле 316 сырхау дауалана. Ауыр хәлдәгеләр – 37, шуларҙың алтауһы яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. Амбулатор дауа алыусылар – 5 644.
Дауахананан тыш пневмония хаҡында һүҙ алып барһаҡ, аҙаҡҡы тәүлектә был сир 175 кешелә асыҡланған, унан һауығып, стационарҙан өйөнә ҡайтыусылар – 167.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: