-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2021, 11:50

9,7 миллиард һумлыҡ 66 ярҙам сараһы ҡаралған

Башҡортостан Хөкүмәте тәҡдим иткән 2021 йылда республиканың иҡтисади тотороҡлолоғон нығытыу буйынса өҫтәмә сараларҙың өсөнсө пакеты иҡтисадҡа ярҙам итеп кенә ҡалмай, ә уның үҫешенә булышлыҡ итә.

Башҡортостан Хөкүмәте тәҡдим иткән 2021 йылда республиканың иҡтисади тотороҡлолоғон нығытыу буйынса өҫтәмә сараларҙың өсөнсө пакеты иҡтисадҡа ярҙам итеп кенә ҡалмай, ә уның үҫешенә булышлыҡ итә.
Документҡа аңлатманы Премьер-министр Андрей Назаров шулай бирә. Ярҙам сараларының өсөнсө пакетында инвестиция эшмәкәрлегенә, һалым ташламаларына, мөлкәт йәһәтенән ярҙамға, эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеүгә, ауыл хужалығы, сауҙа, экспорт, сәнәғәт, мәшғүллек һәм социаль өлкәләргә өҫтөнлөк бирелә. Тәүге икәүһе 30 миллиард һумдан ашыу 58 сараны үҙ эсенә алғайны.
Документ үҙ көсөнә инде. Республика Башлығы Радий Хәбиров уны раҫлау тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы, тип әйтелә төбәк етәксеһенең сайтында.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас в