Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров дәүләт милкендә булған ерҙе ҡуртымға биреүҙе еңелләштереү хаҡында хәбәр итте. Был ерҙәр башлыса нимәлер төҙөү, яңы эш асыу өсөн алына. Ошоға тиклем ҡуртым процедураһына 30 көн ваҡыт сарыф ителгән.
Премьер-министр белдереүенсә, уҙған йыл аҙағында аппарат был проблеманы ҡараған һәм ер алыу ваҡытын ҡыҫҡартыу һәм еңелләштереү буйынса ҡарар ҡабул иткән.
- Бынан ары ерҙе ҡуртымға алыу өсөн дәүләт хеҙмәте порталына ғариза биреү ҙә етә. Заявка тултырғандан һуң система автоматик рәүештә барлыҡ документтарҙы тейешле ведомстволарға таратасаҡ. Уның бөтә этаптарын ғариза биреүсе шәхси кабинетында күҙәтеп бара ала. Документты ҡарауҙы әлегә 8 көнгә тиклем ҡыҫҡартып булды. Процедура тулыһынса автоматлаштырылһа, уның ваҡыты тағы ҡыҫҡарасаҡ, - ти Андрей Назаров.