-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2021, 17:33

Татарстан менән тәжрибә уртаҡлаштылар

БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лена Изотова Татарстан Республикаһында үткән Экспортҡа йүнәлеш алған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының үҫеше мәсьәләләре буйынса стратегик сессияла ҡатнашты. Ул Башҡортостанда бойомға ашырылған экспортерҙарға ярҙам саралары хаҡында доклад менән сығыш яһаны.#национальныепроекты #нацпроекты #миллипроект #нацпроектыБашкортостан

БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лена Изотова Татарстан Республикаһында үткән Экспортҡа йүнәлеш алған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының үҫеше мәсьәләләре буйынса стратегик сессияла ҡатнашты. Ул Башҡортостанда бойомға ашырылған экспортерҙарға ярҙам саралары хаҡында доклад менән сығыш яһаны.
#национальныепроекты #нацпроекты #миллипроект #нацпроектыБашкортостан
“Әле Башҡортостанда төбәк бюджетынан субсидиялар рәүешендә экспортерҙарға финанс ярҙам күрһәтеүҙең өс программаһы тормошҡа ашырыла. Улар: сит илгә тауар сығарғанда сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялау, продукцияға халыҡ-ара сертификат алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау, “экспорт кэшбегы”, – тине ул.
Шулай уҡ Лена Изотова төбәктә экспортерҙарға ярҙамдың финанс булмаған саралары хаҡында ла һөйләне. Сығышы барышында ул яңы башланғыс алған проект – “Тиҙ экспорт ярҙамы” тураһында ла хәбәр итте.
Стратегик сессияның модераторы – Татарстан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам күрһәтеү департаменты идаралығы рәйесенең беренсе урынбаҫары – директоры Артур Николаев, Башҡортостан Республикаһының экспортерҙар менән эшләү тәжрибәһе ҙур, улар өсөн яңы ҡайһы бер ярҙам сараларын Татарстандың үҙ төбәгендә тормошҡа ашырыу мөмкинлеген белдерҙе.
Фото – БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в