0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2021, 11:20

Нишләп ғалимдең эш хаҡы түбән?

Кисә, Фән көнө айҡанлы видеоконференция форматында үткән Фән һәм мәғариф буйынса Совет ултырышында ошо һорау бирелде.

Кисә, Фән көнө айҡанлы видеоконференция форматында үткән Фән һәм мәғариф буйынса Совет ултырышында ошо һорау бирелде.
Киң мәғлүмәт саралары белдереүенсә, Рәсәй фән академияһының Себер бүлексәһе ғалимы Проскурина ни бары 25 мең һум эш хаҡы алыуы тураһында Президент Владимир Путинға ялыу менән мөрәжәғәт итә. Ғәмәлдәге тәртип буйынса, ғалимдарға түләт төбәктәге уртаса эш хаҡынан ике тапҡырға юғары ҡаралған. Новосибирск өлкәһендә был күрһәткес – 39 мең һум икән. Тимәк, ғилми хеҙмәткәрҙәр унда кәм тигәндә 78 мең һум алырға тейеш.
Асылда, ысынбарлыҡтың бөтөнләй икенсе икәнен ишеткән ил етәксеһе фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальковҡа и финанс министры Антон Силуановҡа был хәлде тикшерергә һәм сәбәптәре тураһында доклад бирергә ҡушты.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: