+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2021, 00:45

Ни өсөн балалар мәктәптә туҡланмай?

Мәктәп туҡланыуының сифатын күтәреү республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә ҡала. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә ошо етди мәсьәләгә үҙ ҡарашын белдерҙе.

Мәктәп туҡланыуының сифатын күтәреү республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә ҡала. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә ошо етди мәсьәләгә үҙ ҡарашын белдерҙе.
-Мәктәп туҡланыуына иғтибар күберәк бүленһә лә, уға ҡағылышлы ялыуҙар кәмемәй. Әгәр ҙә дәғүәләр бар икән, тимәк, улар урынлы. Ни өсөндөр мәктәп уҡыусыларының һаны беҙҙән ике тапҡырға күберәк булған Мәскәү өлкәһендә ялыуҙар аҙыраҡ.
Миңә һәр ваҡыт республика мәктәптәрендәге тәртип боҙоуҙар хаҡында даими мәғлүмәт еткереп торалар. Күп осраҡта балалар мәғариф учреждениеларында туҡланмай. Ашауҙың сифатына зарланалар. Ә беҙ тәү сиратта өйҙәрендә мөмкинлеге булмаған балалар ҡайнар аш менән тәьмин ителһен тип тырышабыҙ.
Республика мәктәп туҡланыуына 1,8 миллирад һум аҡса ала. Был бик ҙур сумма. Шуға күрә балаларҙы ваҡытында ҡайнар сифатлы аш менән тәьмин итеү беҙҙең төп бурыс. Даими контроль булырға тейеш. Бынан ары төбәк башлыҡтары ике аҙнаға бер тапҡыр туҡланыуҙың сифаты хаҡында отчет бирәсәктәр. Ялыуҙарҙы йыйып барасаҡбыҙ, ВКС ултырышында район етәкселәрен, мәктәп директорҙарын һәм мәғариф учреждениеларын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүселәрҙе тыңлап барасаҡбыҙ. Тәртип урынлаштырылмайынса мин был теманан ситкә тайпылмам, - тип яҙа Радий Фәрит улы.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: