+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2021, 20:02

Ковид-ауырыуҙар әле – 6 меңгә яҡын

Бөгөнгө көндә республикала яһил инфекция менән сирләүселәр – 5966. 5 659 сырхау өйөндә дауаланһа, 307-һе стационарҙа ята. 46-һы ауыр хәлдә.

Пандемия башланғандан алып республикала коронавирус йоҡтороуҙың йәмғеһе 25 731 осрағы теркәлгән. Кисәле-бөгөнлө сир йәнә 165 кешелә табылған.
Бөгөнгө көндә республикала яһил инфекция менән сирләүселәр – 5966. 5 659 сырхау өйөндә дауаланһа, 307-һе стационарҙа ята. Шуларҙың 46-һы ауыр хәлдә, бише яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала.
Тәүлек эсендә 187 яҡташыбыҙ ковидтан һауығыуға өлгәшкән, вирус тарала башлағандан бирле 19 555 кеше сәләмәтләнгән.
Афәт һуңғы тәүлектә тағы ла ике ауырыуҙың ғүмерен алып киткән. Башҡортостанда коронавирус ҡорбандары 210-ға етте.
Үпкә ялҡынһыныуы аҙаҡҡы 24 сәғәттә 189 ауырыуҙа асыҡланған, унан ҡотолоп, дауахананан сығыусылар – 195.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: