Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡыр, йорт хайуандары араһында йоғошло һәм үтә етди сирҙәрҙең таралыу ихтималлығын кисектерергә ҡушты. Был турала ул аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Етәксе белдереүенсә, ғинуар айында ғына Рәсәйҙең 8 төбәгендә сусҡалар араһында африка тағуны теркәлгән. Башҡортостанға иң яҡын төбәк - Татарстандың Әлмәт районындағы һунар хужалығы биләмәләрендә атып алынған ҡыр сусҡаһында ошо сир асыҡланған.
Шулай уҡ ҡош киҙеүенең таралыуы ла хәүеф тыуҙыра. Ғинуар айында ул Краснодар крайы һәм Ростов өлкәһенең эре ҡош фабрикаларында теркәлгән. Татарстандың Мөслим һәм Зеленодольск райондарында 5 мең ҡаҙ һәм 175 баш күркә юҡ ителгән.
Башҡортостанда 27 ғинуарҙа африка тағуны билдәләре ҡаҙ бауырынан эшләнгән паштетта табылған. Ул аҙыҡ Белгород өлкәһенән килтерелгән булған. Әле белгестәр 511 килограмм продукцияны сауҙанан алған һәм юҡ иткән.
Шул уңайҙан Радий Хәбиров республикаға ситтән килтерелгән продукцияға контролде көсәйтергә ҡушты.
-Әле республикала хәүефле осраҡтар теркәлгәне юҡ. Беҙҙең бурыс хужалыҡтарҙы һаҡлап ҡалыу. Шуға күрә райондарҙа сусҡаларҙы һәм ауыл хужалығы ҡоштарын тотоуҙа һаҡланыу саралары булырға тейеш, - тине республика етәксеһе.