Коронавирус буйынса сираттағы брифингта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова ауыр хәрәкәтләнеүсе кешеләргә вакцинацияны нисек үткәрәсәктәрен һөйләне.
“Социаль учреждениеларҙа, йорт-интернаттарҙа, пансионаттарҙа йәшәүселәр прививканы шунда эшләтә, – тине Ирина Кононова. – Башҡа мөмкинлек тә бар. Пациент беренсе сиратта вакцинацияланырға тейешлеләр исемлегенә ингән икән, уны поликлиника ярҙамы менән прививка яһау кабинетына алып килеү ойоштороласаҡ. Вакцина эшләткәндән һуң ярты сәғәт дауамында анафилактик реакция булыу-булмауын көтөргә кәрәк”.
Прививка эшләтеү өсөн сиратҡа “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында, “Табипҡа” мобиль ҡушымтаһында йәки doctor.bashkortostan.ru республика сайтында, шулай уҡ 1301 һәм 122 (колл-үҙәк), 218-19-19 (ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге ) телефондары буйынса яҙылырға мөмкин.
Фото “Башинформ”дан алынды.