Был сара Республика Башлығының Хөкүмәт эшен ойоштороу тураһында бойороғон ғәмәлләштереү сиктәрендә атҡарыла. Ҡыҫҡартылғандарҙың күпселек өлөшө – бер үк эште башҡарған хеҙмәткәрҙәр. Премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, Хөкүмәттә күптән уның структураһын оптималләштереү һәм һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса эштәр алып барыла икән. Аппараттың ҡайһылыр звеноһы ҡыҫҡартыла, ҡайһылары – үҙгәртеп ҡорола, ҡайһы берҙәре – көсәйтелә. Маҡсат – дәүләт көйләүенең һөҙөмтәлелеген арттырыу һәм иҡтисади йәнлелек, тип белдерә ул.