Кисә Шаран ауылындағы спорт-һауыҡтырыу комплексында киокушин каратэһы буйынса Салауат Юлаев исемендәге III халыҡ-ара интернациональ күнекмә йыйыны үтте.
Башҡортостандан (Шаран, Туймазы, Ауырғазы, Шишмә райондарынан, Октябрьский ҡалаһынан) Татарстандан һәм Ырымбур ҡалаһынан дүрт йәштән 17 йәшкә тиклемге 300-ҙән ашыу көрәшсе ҡатнашты.
Пандемия арҡаһында был ярыштар кисектерелә килде. Ниһайәт, 7 февралдә спортсылар йөҙгә-йөҙ осрашты. Тәүҙә кесе йәштәгеләр сығыш яһаны, уларҙан һуң рингҡа үҫмерҙәр сыҡты. Турнирҙа ҡатнашыусыларҙы Шаран районы хакимиәте башлығы Фидан Ишемғолов, ”Рәсәй киокушин каратэһы союзы” физкультура-спорт ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Һабанғолов тәбрикләне.
Судья коллегияһы йәш чемпиондарҙан торҙо, улар көрәш ҡағиҙәләренең боҙолмауын иғтибар менән күҙәтте. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса йәш спортсылар кубоктар, миҙалдар менән бүләкләнде.