“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә Өфөнөң Парк урамында капиталь ремонт үткәреләсәк.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Был хаҡта Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре халыҡ менән осрашып һөйләште. Унда Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников, ҡала хакимиәтенең Төҙөлөш, юл һәм яһалма ҡоролмалар ремонты буйынса идаралығының етәксе урынбаҫары Илшат Фәхретдинов, “Дорожник” подряд ойошмаһының баш инженеры Максим Ульянов ҡатнашты.
Йыйылыусылар иғтибарына дәүләт экспертизаһы үткән капиталь ремонт проекты тәҡдим ителде. Уға ярашлы, 0,52 саҡрым юл полотноһына капиталь ремонт үткәреү, юл билдәләре ҡуйыу, 2 359 квадрат метр майҙанда тротуар һалыу, 102 автомобиль өсөн парковка ойоштороу, иҫке ағастарҙы яңыртыу, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыу ҡаралған.
Өфө ҡала хакимиәтенең төҙөлөш, юл һәм яһалма ҡоролмалар ремонты буйынса идаралығының етәксе урынбаҫары Илшат Фәхретдинов әйтеүенсә, төҙөлөш-монтаж эштәренә һауа торошона ҡарап тотоноу, йылдың дүртенсе кварталында тамамлау планлаштырыла.
Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.