+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2021, 17:20

Коронавирусҡа ҡаршы вакцинация дауам итә

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 25 меңдән артып киткән. 8 февралгә ҡарата улар 25 566 иҫәпләнә. Тәүлек эсендә 163 ауырыу өҫтәлгән. Был турала республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләп үтте.

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 25 меңдән артып киткән. 8 февралгә ҡарата улар 25 566 иҫәпләнә. Тәүлек эсендә 163 ауырыу өҫтәлгән. Был турала республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләп үтте.
Пандемия башынан алып коронавирустан йәмғеһе 19 368 кеше һауыҡҡан, шуларҙың 54-е – аҙаҡҡы тәүлектә. Табиптар COVID-19-ҙы асыҡлау буйынса 2,37 миллиондан ашыу тест үткәргән.
Ковид-госпиталдәр итеп үҙгәртелгән дауаханалар, Башҡортостан Башлығы ҡушыуына ярашлы, ҡәҙимге эш форматына күсерелә бара. Йоғошло ауырыу йоҡтороусыларҙы дауалау өсөн булдырылған койкалар 6 334-тән 3 667-гә тиклем кәметелгән. Уларҙың 29 проценты буш.
***
Республикабыҙҙа коронавирусҡа ҡаршы күмәк вакцинация дауам итә. Башҡортостан 39 мең доза вакцина алған да инде. Бөгөн уның тағы 2 160 дозаһы килгән. Прививка яһатыу өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша яҙылырға була. Әле 5 167 яҡташыбыҙ уны эшләтеү өсөн сиратта тора. Уларҙы вакцинациялау графигы препарат килеүгә ҡарап төҙөлә.
Башҡортостандың ҡайһы бер эре предприятиелары үҙ хеҙмәткәрҙәре араһында күмәк вакцинация үткәреү теләген белдерҙе. Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына улар менән берлектә был мәсьәлә өҫтөндә эшләп, исемлектәр төҙөргә һәм прививка яһау кампанияһын ойошҡан рәүештә уҙғарырға ҡушты.
***
1 февралдән 7-һенә тиклем Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге белгестәре 2 613 мөрәжәғәт ҡабул иткән. Ә 16 ноябрҙән алып (347) 218-19-19 телефоны буйынса ҡыҙыу линияға 45 316 шылтыратыу булған. Үҙәктең етәксеһе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе Римма Үтәшева әйтеүенсә, шылтыратыуҙарҙың 40 проценттан ашыуы - коронавирустан вакцинацияға яҙылыу хаҡында.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: