-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2021, 13:00

Халыҡ артисы Роза Аккучукова арабыҙҙан китте

Оҙайлы ауырығандан һуң билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аккучукова вафат булды.

Оҙайлы ауырығандан һуң билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аккучукова вафат булды.
Яҡындары һәм коллегалары әйтеүенсә, ул 29 декабрҙән бирле коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкән.
Аккучукова Роза Сабирйән ҡыҙы 1950 йылдың 12 февралендә Белорет районы Абҙаҡ ауылында тыуған. 1973 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай.
Шул уҡ йылда Башҡорт филармонияһына эстрада артисы итеп эшкә саҡырыла. Эшләгән осорҙа яңғыҙ йырлау программаларын әҙерләй, йырсының исеме республикала киң танылыу яулай. Күп йылдар дауамында үҙенең ижады аша тыуған Башҡортостанын, башҡорт сәнғәтен пропагандалай.
А. Ғайсиндың «Аҡҡоштар», Н. Абдуллинаның «Йәшел яулыҡ», «Ромашкалар», А. Хәлфетдиновтың «Алтын балдак», «Һин ултыртҡан муйыл», Р. Хәсәновтың «Ник йылмайҙың», «Һине эҙләйҙәр», шулай уҡ «Һылыу ҡыҙҙар», «Әбйәлил ҡобайыры», «Сеңләү», «Ҡыр ҡаҙҙары», «Һарыласәс» башҡорт халыҡ йырҙары тамашасылар араһында бик популяр.
Йырсының сағыу милли колоритлы үҙенсәлекле лирик тауышы, тәбиғи тембры һәм юғары оҫталығы меңләгән тыңлаусының һөйөүен яуланы. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «алтын фонды»нда уның башҡарыуында бик күп йырҙар бар, улар радиола һәм телевидениела йыш яңғырай.
1999 йылдан Башҡорт филармонияһының баш администраторы була.
12 февралдә уға 71 йәш тулған булыр ине.
"Башҡортостан ҡыҙы" журналы коллективы мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Читайте нас: