-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2021, 18:45

Диспансеризация ҡасан башлана?

Башҡортостанда яҡынса 15 февралдән халыҡҡа диспансеризация үткәрә башлау планлаштырыла.

Башҡортостанда яҡынса 15 февралдән халыҡҡа диспансеризация үткәрә башлау планлаштырыла. Был турала республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
“Төп бурыс – 2021 йылда үлем осраҡтарын кәметеү”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә. Ул республикала йәшәүселәрҙең мөмкин тиклем күберәген профилактик сараларға йәлеп итеү мөһимлеген билдәләне.
Башҡортостан буйлап әле Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы медиктары менән күсмә модулдәр, стоматология бригадалары эшләй. “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһын яңынан 19 апрелдә башлау күҙҙә тотола. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе әйтеүенсә, һауа торошо яҡшы булһа, “сәләмәтлек поездары” иртәрәк юлға сығасаҡ. Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет йүнәлештәре буйынса алты “автопоезд” йөрөйәсәк.
Фото “Башинформ”дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в