+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2021, 19:39

Бишенсе офис

Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыуҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып “Минең бизнесым” үҙәге селтәрҙәрен үҫтереү тора. Ошо көндәрҙә “Минең бизнесым” үҙәгенең бишенсе офисы Октябрьский ҡалаһында асылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыуҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып “Минең бизнесым” үҙәге селтәрҙәрен үҫтереү тора.
Ошо көндәрҙә “Минең бизнесым” үҙәгенең бишенсе офисы Октябрьский ҡалаһында асылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Эшҡыуарҙар, ҡала халҡы һәм яҡын-тирәлә йәшәүселәр “Берҙәм тәҙрә” форматында үҙ эшен асыу, ойоштороу-хоҡуҡ формаларын һайлау, иҫәп асыу, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте йәки шәхси эшҡыуарлыҡты түләүһеҙ теркәү кеүек һорауҙарға яуап таба аласаҡ. Эшҡыуарҙарҙың дәүләт ярҙамы алыуға ғариза тапшырырға, белемен камиллаштырырға, профилле хеҙмәттәр алырға мөмкинлектәре бар.
– Октябрьский – ҙур булмаған, матур һәм уңайлы, йәшел ҡала. Бында йәшәү һәм эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү уңайлы. Потенциаль инвесторҙар өсөн беҙ һалымға льгота ла, етештереү майҙандары ла, һәр төрлө ярҙам да тәҡдим итәбеҙ. Октябрьскийҙа бизнес эшсе халыҡтың 40 процентының мәшғүллеген тәьмин итә, ҡала ҡаҙнаһының өстән бер өлөшө уларға ҡарай. Әлбиттә, бизнесҡа беҙҙең ҡалала уңайлы булыуы менән беҙ ҙә ҡыҙыҡһынабыҙ, бының өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ. Инвесторҙар өсөн ышаныслы һәм ваҡыт һынауы үткән һөнәрмәндәр командаһы эшләй. Ярҙам итербеҙ, илһамландырырбыҙ һәм бизнесығыҙҙы булдырыуҙың һәм үҫешеүенең һәр этабында ла ҡул һуҙырбыҙ, – тип яҙа социаль селтәрҙә Октябрьский ҡалаһының бизнес-шерифы Сергей Литов.
Яңы йыл алдынан ғына Күмертау ҡалаһында “Минең бизнесым” үҙәгенең офисы асылған ине, тип хәбәр итә БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: