+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2021, 13:51

Урал аръяғында йәмәғәт инициативалары берлеге төҙөлдө

Баймак һәм Сибай ҡалаһының йәш спортсылары яңы инвентарҙәр алып ҡыуанды. Ошо көндәрҙә спорт менән дуҫ булған үҫмерҙәргә волейбол, баскетбол туптары, боксер бирсәткәләре һәм спорт формалары тапшырылды.

Баймак һәм Сибай ҡалаһының йәш спортсылары яңы инвентарҙәр алып ҡыуанды. Ошо көндәрҙә спорт менән дуҫ булған үҫмерҙәргә волейбол, баскетбол туптары, боксер бирсәткәләре һәм спорт формалары тапшырылды.
Төбәккә республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, спорт министры Руслан Хәбибовтың килеүе ошо саралар менән билдәләнде. Улар көньяҡ райондарға сәфәр барышында белем биреү һәм спорт учреждениеларының торошо менән танышты.
Урал аръяғында йәмәғәт инициативалары берлеге барлыҡҡа килде. Уның етәксеһе Иҙел Солтанов әйтеүенсә, йәмәғәт ойошмаһы Урал аръяғындағы бөтә киҫкен һорауҙарҙы хәл итәсәк.
- Бөгөн беҙ ошо ойошманың тәүге һөҙөмтәләрен күрҙек. Ошо яҡ төбәккә ҡағылған бөтә һорауҙарҙы ла ошонда туплаясаҡбыҙ һәм уны республика хөкүмәтенә еткереп торасаҡбыҙ.
Башҡортостандың спорт министры
Руслан Хәбибов йәштәрҙең спорт, физкультура менән шөғөлләнергә теләге булыуын күрҙек тип билдәләне.
- Рәсәй Президенты беҙҙең алда бурыстар ҡуйҙы. 2024 йылдарға спорт менән даими шөғөлләнгән кешеләр һаны 55 процент булырға тейеш. Беҙ Урал аръяғы мәктәптәренә спорт кәрәк-яраҡтары алып килдек. Киләсәктә муниципаль райондарға ошондай ярҙам артасаҡ ҡына.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: