+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2021, 14:20

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Вәкилә Ҡалмантаеваны һуңғы юлға оҙаттылар

Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Вәкилә Ҡалмантаеваны һуңғы юлға оҙаттылар. Актрисаға 72 йәш ине.

Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Вәкилә Ҡалмантаеваны һуңғы юлға оҙаттылар. Актрисаға 72 йәш ине.

Вәкилә Ҡалмантаева 1948 йылда Ырымбур өлкәһенең Үрге Ильяс ауылында тыуып үҫкән. Төрлө йылдарҙа Салауат, Сибай , "Нур" дәүләт татар драма театрҙарында, ә 2002 йылдан йәштәр театрында эшләй. Ул беҙгә Флорид Бүләковтың "Йөрәктәрҙә ҡалған эҙҙәр" спектаклендә - әсә, М.Кәримдең "Беҙҙең өйҙең йәме" спектакләндә - Нәғимә һәм башҡа ролдәр менән билдәле ине.
Вәкилә Ҡалмантаеваны шулай уҡ кешелекле, ярҙамсыл, күп кенә йәш ижадсыларға остаз ине, тип яҙалар социаль селтәрҙәрҙә.
"Башҡортостан ҡыҙы" журналы күренекле актрисаның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Урыны йәннәттә булһын, иманын юлдаш итһен.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: