0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2021, 11:40

Янғын һүндереүселәр ҡаһарманлығы

Красноярск крайында бөгөн траур көнө.

Красноярск крайында бөгөн траур көнө.
3 февралдә Красноярск ҡалаһындағы «Автотрейд» автозапчастәр складында янғын сыға. Ут эсендә ҡалған ике кешене ҡотҡарыу маҡсатында махсус кейемдәге янғынсылар бина эсенә инә. Тик өс кешенән торған төркөм кире сыға алмай.
Янғын һөҙөмтәһендә дүрт кеше, шул иҫәптән өс янғын һүндереүсе һәләк була. Улар: 46 йәшлек Жалнерчик Анатолий Павлович, 45 йәшлек Пузырев Алексей Евгеньевич һәм 27 йәшлек Рябцев Максим Михайлович.
Президент Владимир Путин үҙенең указы менән үҙ бурысын атҡарғанда һәләк булған янғын һүндереүселәрҙе Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланы, тип әйтелә Кремль сайтына ҡуйылған документта. Край губернаторы 5 февралде траур көнө тип иғлан итте.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: