+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2021, 14:15

Эске туризмды үҫтереүгә иғтибар

Башҡортостанда эске туризмды үҫтереү - бик актуаль мәсьәлә. Һуңғы йылдарҙа республиканың туризм индустрияһы бик күп конкурстарҙа еңеү яуланы. Республика Башлығы Радий Хәбиров был турала социаль селтәрҙә лә яҙып сыҡты.

Радий Фәрит улы әйтеүенсә, ошо тармаҡты үҫтереү өсөн йыл дауамында конкурстарҙа призлы урындар яуланған һәм федераль матбуғатта республиканың туризм потенциалы хаҡында бик күп материалдар баҫтырылған.
- Саранск ҡалаһында үткән Рәсәйҙең иң яҡшы туристик маршруты тигән конкурста республика 10 призлы урын алды. Был маршруттарға Ҙур Ирәмәл, Шүлгән-таш мәмерйәһе, ғибәҙәтханалар, “Красный Ключ” паркы, “Ҡырағай балға һунар” тигән Бөрйән маршруты һәм башҡал йүнәлештәр индерелгән.
Башҡортостанда лайыҡлы ял итеү өсөн матур урындар бик күп. Был конкурстарҙа кешеләрҙең күбеһе беҙҙең өсөн тауыш бирә. Шуныһы шарт: республикаға туристик ағым көсәйҙе. Был иҡтисадтың бик мөһим тармағы, беҙ уны үҫтерәсәкбеҙ,- ти республика етәксеһе.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: