+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2021, 11:45

Баҡалы районында ике балалы әсә юл фажиғәһендә һәләк булған

Кисә Баҡалы районында үлемесле авария теркәлгән. Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы автомобиль юлының 132-се саҡрымында өс еңел автомобиль бәрелешкән.

Кисә Баҡалы районында үлемесле авария теркәлгән. Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы автомобиль юлының 132-се саҡрымында өс еңел автомобиль бәрелешкән.
Республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, «Хендай Солярис» водителе, дистанцияны боҙоп, юл ыңғай осраған«Лада Гранта»ға бәрелгән. Шунан һуң автомобиль, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм «Дэу Матиз»ға төкөлгән. Һуңғыһының водителе – 25 йәшлек ике бала әсәһе урында һәләк булған. Алты һәм өс йәшлек ике бала яҡындағы дауаханаға оҙатылған.
«Балаларҙың хәле тотороҡло тип баһалан. Йәшәрҙәр», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына полиция капитаны Илмир Ғәбдрәхимов.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: