+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2021, 12:05

“Айыҡ ауыл”ға десант

Ошо көндәрҙә “Айыҡ ауыл - 2020” конкурсының республика этабына сыҡҡан 54 ауылда ғаилә консультацияһы көнө үтте.

Ошо көндәрҙә “Айыҡ ауыл - 2020” конкурсының республика этабына сыҡҡан 54 ауылда ғаилә консультацияһы көнө үтте.
Был ауылдарҙа йәшәүселәр нарколог-табипҡа, опека органдары хеҙмәткәрҙәренә, педагогтарға, психологтарға һәм башҡа белгестәргә мөрәжәғәт итә алды. Ғаилә консультацияһы көнөндә атап үтелгән белгестәргә үҙ мәсьәләләрен хәл итергә, кәңәш алырға тип мең ярымдан ашыу кеше килгән.
“Айыҡ ауыл” конкурсы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, Мәғариф һәм фән, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары ҡатнашлығында үтә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: