+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2021, 11:33

Автоволонтерҙар коронавирустан прививка яһата

Башҡортостан автоволонтерҙары COVID-19-ҙан вакцина эшләтә башланы.

Башҡортостан автоволонтерҙары COVID-19-ҙан вакцина эшләтә башланы.
Был хәрәкәттең координаторы Максим Божко һәм автоволонтерҙар Сания Тимасова менән Вадим Хәйбуллин кисә Өфөнөң 1-се поликлиникаһында коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтте. Улар – “Спутник V” вакцинаһын яһатыусы тәүге автоволонтерҙар.
– Өлкән йәштәгеләргә, инвалидтарға аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар илтеп, республикабыҙ автоволонтерҙары көн һайын әллә күпме кеше менән аралаша. Әлбиттә, улар сирҙән һаҡланыу сараларын күҙәтә, медицина битлектәре һәм бирсәткәләр кейеп йөрөй. Һәр ҡайһыбыҙҙың ғаиләләре, ата-әсәһе, хеҙмәттәштәре бар, уларҙың хәүефһеҙлеген дә ҡайғыртырға тейешбеҙ. Шуға күрә вакцинация башланыу менән беҙ уны яһатырға булдыҡ. Үҙебеҙҙе яҡшы тоябыҙ! – тип уртаҡлаша Максим Божко.
Волонтерҙар медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерә һәм: “Прививка эшләтеп, коллектив иммунитет барлыҡҡа килеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ”, – тип билдәләй.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: