+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2021, 13:09

Асҡында балыҡсы ырыуы вәкилдәре йыйылды

Асҡын районында бөгөн, йәғни 5 февралдә, балыҡсы ырыуы вәкилдәренең йыйыны башланды. Йыйындың дөйөм программаһына балалар һәм үҫмерҙәр өсөн мәғрифәт саралары ла ингән. Унда “Тамыр” телеканалы һәм “Аҡбуҙат” балалар журналы әҙерләнгән матур саралар бара.

Балыҡсы ырыуы вәкилдәре йыйынының рәсми өлөшө төбәктең Урмияҙ ауылында башланды. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, ғалимдар, карйҙы өйрәнеүселәр, Асҡын һәм Ҡариҙел районы делегаттары ҡатнаша.
Сара барышында ҡунаҡтар “Айыҡ ауыл-2020” конкурсы сиктәрендә уҙғарылған фольклор байрамында ла ҡатнашасаҡ. Тамыр телеканалы башҡортса йәнһүрәттәрҙең исем туйын, милли фотосессия ойоштора, "Аҡбуҙат" журналы район үҙәгенең 1-се һанлы мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар уҙғара.
Башҡорт ырыуҙары йыйыны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тәҡдиме менән Башҡорт тарихы йылына арнала.
Киләһе айҙарҙа ошондай уҡ йыйындар уран, ҡаңлы, унлар ырыуҙары ҡатнашлығында уҙасаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: