+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 18:06

Юбилейлы даталар

3 февралдә күренекле башҡорт балеринаһы, хореограф, юғары мәктәп педагогы Нинель Юлтыеваға - 95, 4 февралдә "Салауат Юлаев" фильмын төшөргән совет кинорежиссеры Яков Протазановтың тыуыуына 140 йыл тулды.

3 февралдә күренекле башҡорт балеринаһы, хореограф, юғары мәктәп педагогы Нинель Юлтыеваға - 95, 4 февралдә "Салауат Юлаев" фильмын төшөргән совет кинорежиссеры Яков Протазановтың тыуыуына 140 йыл тулды.
Нинель Дауыт ҡыҙы Юлтыева Өфөлә тыуған, ул - күренекле башҡорт яҙыусыһы Дауыт Юлтыйҙың ҡыҙы, бөтә ғүмерен Башҡортостан һәм Татарстан хореография сәнғәтенә арнаған шәхес. Атаһы 1938 йылда золом ҡорбаны була, әсәһен лагерға ебәрәләр. Шуға ҡарамаҫтан, һәләтле Нинель Юлтыева Ваганова, исемендәге Ленинград хореография училищеһын тамамлап, билдәле совет балеринаһы булып китә. Өфөлә "Сыңрау торна"ла - Зәйтүнгөл, "Баҡсаһарай фонтан"ында Мария партияларын башҡара. Нинель Дауыт ҡыҙына РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы тигән почетлы исемдәр бирелгән.
Рәсәй кинематографының нигеҙендә торған Яков Протазанов милли геройыбыҙ "Салауат Юлаев" фильмын төшөрә. Картинаның бер өлөшө - "Союздетфильм" киностудияһында, ҙур өлөшө Стәрлетамаҡтан алыҫ түгел Ишембай районы ауылдарында төшөрөлә. Күмәк сәхнәлә ауылдың ошо төбәк халҡы ҡатнаша. Төп родә күренекле актер, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков уйнай. Яков Протазанов беҙҙең өсөн "Салауат Юлаев" фильмы аша легендар батырыбыҙҙың образын асҡан, уны күп миллионлы аудиторияға танытҡан режиссер булараҡ ҡәҙерле.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: