-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 18:04

Туҡта, өҙмә ғүмерҙәрҙе, вирус!

Аҙаҡҡы тәүлектә республикала ковид инфекцияһы тағы 165 кешелә асыҡланған, коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 24 909 булып киткән. Зәһәр сирҙән йәнә ике ғүмер өҙөлгән..

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, аҙаҡҡы тәүлектә республикала тағы 165 кешелә ковид инфекцияһы асыҡланған. 4 февралгә ҡарата коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 24 909 булып киткән.
Бөгөнгө көндә был сирҙән дауаланып стационарҙа ятыусылар – 405. 52-һенең хәле ауыр, 18-е яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала, ти табиптар.
Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 5 405.
Кисәле-бөгөнлө, коронавирустан һауығып, 144 кеше дауахананан сыҡҡан. Яһил ауырыуҙы йәмғеһе 18 904 яҡташыбыҙ еңеүгә өлгәшкән.
Зәһәр инфекция ҡорбандары йәнә икәүгә артҡан. Республикала пандемия арҡаһында өҙөлгән ғүмерҙәр 195-кә етте.
Дауахананан тыш пневмонияға килгәндә, бер тәүлектә ул 259 ауырыуҙа табылған, үпкә ялҡынһыныуынан ҡотолоп, дауахананан ҡайтыусылар – 162.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: