+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 11:06

Сәнғәт эшмәкәрҙәре оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәсәк

Республикабыҙҙың Халыҡтар дуҫлығы йорто башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре серияһын башлай.

Республикабыҙҙың Халыҡтар дуҫлығы йорто башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре серияһын башлай. Был видеороликтар, үҙ эшенең профессионалдарын йәлеп итеп, киң даирә тамашасылар өсөн әҙерләнә.
Оҫталыҡ дәрестәре һәр шәмбе Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Ютуб-каналында күрһәтеләсәк (https://www.youtube.com/домдружбынародоврб).
Барлығы биш дәрес сығарыу күҙҙә тотола. Уларҙа һеҙ ҡурайҙа, ҡубыҙҙа уйнау, өзләү нескәлектәрен төшөнөрһөгөҙ, шулай уҡ башҡорт бейеүен өйрәнерһегеҙ.
Үҙ оҫталыҡ серҙәре менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ҡурайсы, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө етәксеһе Ринат Рамазанов, музыкант-мультиинструменталист, бейеүсе, ZAINETDIN этно-шоу проекты солисы Заһир Зәйнетдинов һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, педагог-хореограф, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы Миләүшә Хәйбуллина бүлешәсәк.
Тәүге оҫталыҡ дәресе 2021 йылдың 6 февралендә “Культура.РФ” порталында (https://www.culture.ru/.../seriya-master-klassov-po...) тура тапшырыуҙа үтәсәк. Ул Мәскәү ваҡыты менән 11.00 сәғәттә башлана.
Проекттың беренсе сығарылышы милли музыка ҡоралыбыҙ ҡурайға арнала. 2018 йылдың мартында ҡурайҙың Башҡортостан бренды булараҡ теркәлеүен иҫегеҙгә төшөрөп китәбеҙ.
Сығарылышта Ринат Рамазанов ҡурайҙан нисек көй сығарырға икәнлеген күрһәтәсәк, милли уйын ҡоралы хаҡында һөйләйәсәк, һөнәри нескәлектәре менән уртаҡлашасаҡ. Видеороликты ҡарағас, ҡурайҙа тәүге көйөгөҙҙө уйнай аласаҡһығыҙ!
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #башкиры #башҡорттар #БашкирскиеИнструменты
Читайте нас: