+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 17:29

Рәсәй бәйгеһенән еңеү менән

"Йыл уҡытыусыһы-2020" Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты, Салауат ҡалаһы 1-се һанлы лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ирина Сутинаны тантаналы шарттарҙа ҡаршы алдылар. Ул конкурстың "Бөйөк рус теленә һаҡсыл ҡараш" номинацияһында еңеү яуланы.

Педагог Ирина Саутина 85 төбәктән "Йыл уҡытыусыһы - 2020" Бөтә Рәсәй конкурсына сыҡҡан 15 лауреат исемлегенә инде.
Республикаға ҡайтҡас, педагогты Башҡортостандың фән һәм мәғариф министрлығы етәкселеге тәбрикләне. Уға ижади уңыштар, профессиональ үҫеш теләнеләр. Шулай уҡ "Башҡортостандың йыл уҡытыусылары" клубы ағзалары Рәсәй конкурсында көс һынашҡан педагогка метод ярҙамы күрһәтеп торҙо. Улар еңеүсене поездың перронында уҡ ҡаршы алды. Был клубтың ағзалары Рима Ронжина һәм Сергей Переверзев - төрлө йылдарҙа "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" республика конкурсының абсолют еңеүселәре.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: