Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы билдәләнде.
Ваҡытлыса вазифаға Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Егор Родин тәғәйенләнде.
Билдәле булыуынса, министр Рәмзил Күсәрбаев, вазифаһын үҙенең мәнфәғәтендә файҙаланыуҙа ғәйепләнеп, ҡулға алынды.